Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 05:00

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы. Белгестәр әйтеүенсә, һауа температураһы 20 градусҡаса төшәсәк.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн ҡар яуа. Уртаса йәки көслө ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә һауа температураһы -3, -8 градус, көндөҙ 0 градусҡаса йылыта.

Байрам алдынан шишәмбе, 7 мартта, һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәргә көтөлмәгән бүләк яһаясаҡ: һауа температураһы аяҙытҡанда -15, -20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Көндөҙ - 2-7 градус һалҡын. Яуым-төшөмгә килгәндә, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Талғын ел йүнәлешен көнбайышҡа алмаштыра.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас