Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 07:05

Ирекле батальондар штабында

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Салауат Харрасов Даян Мурзин исемендәге һәм "Төньяҡ амурҙары" ирекле батальондарына туплау штабында булды.

Ирекле батальондар штабындаИрекле батальондар штабында
Ирекле батальондар штабында

Парламентарий белдереүенсә, штаб эше яҡшы ойошторолған, команда килеүселәргә кәңәштәр бирә, төрлө мәсьәләне хәл итә. Тәүге көндәрҙән үк бында батальонға ҡушылырға теләп белдереп, 30-ҙан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Әйткәндәй, депутаттар хәрбиҙәрҙең кәрәк-ярағына гуманитар ярҙам йыйыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә ЛНР-ҙың Красный Луч ҡалаһындағы дауаханаға медикаменттар алып ебәргәндәр.

Фото: Официальный сайт Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан (gsrb.ru)

Ирекле батальондар штабында
Ирекле батальондар штабында
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас