

Хәлебеҙҙән килһә, Башҡортостанда йәшәгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың фотоһын гәзит биттәренә ҡуйыр инек. Ә әлегә, был бәйгене йомғаҡлап, унда ҡатнашҡан барлыҡ гүзәл заттың һүрәттәрен күрһәтергә булдыҡ. Был ғәҙел ҡарар тип һанайбыҙ. Тәүге урындарҙы ғына билдәләп, йөҙ данала ғына сығарыу ҙа оҡшамай – булғас, барыһы ла булһын. Быны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бүләк, тип ҡабул итегеҙ.
“Ниңә бер кемгә лә билдәһеҙ кешеләрҙе ҡуяһығыҙ, улармы ни башҡортомдоң иң билдәле ҡатын-ҡыҙы? Ҡайҙа Зәйнәб Биишева, Фатима Мостафина кеүек бөйөк шәхестәр?!” тигән һорауҙар ҙа яңғыраны. Конкурс шарттары буйынса беҙ район-ҡалаларҙан иң-иң лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙы тупланыҡ. Беҙгә күршелә йәшәгән, бергә эшләгән, танып белгән ҡыҙ, ҡатын, апай, инәй ҡыҙыҡһындырҙы. Ул уҡытыусымы, тәрбиәсеме, табипмы, бухгалтермы, һауынсымы, күп балалы әсәме, ҡул эше оҫтаһымы, йорт хужабикәһеме, блог алып барыусымы – барыһын да ҡабул иттек. Ә бөйөктәргә килгәндә, уларҙы танытыу-белдереү кәрәкмәй, исемдәрен барыһы ла белә. Әйткәндәй, уларҙың фотоларын беҙ гәзитебеҙҙә теүәл 10 йыл элек сығарғайныҡ.
Сер түгел, ошоноң һымаҡ конкурстарҙы уҙғарыусылар үҙҙәренең төркөмдәрендәге дуҫтарын арттыра. Социаль селтәргә яңы ғына ҡушылғандарҙы, бығаса беҙҙе белмәгәндәрҙе үҙебеҙгә ҡаратыуҙы яҙыҡ эш тип һанамайбыҙ. Гәзитебеҙ төркөмөнә ҡушылыусылар постарҙы ҡарай, сайтҡа үтеп уҡый, “Йәшлек”те танып белә. Бер аҙнала ғына төркөмөбөҙгә 13 мең ярым кеше өҫтәлде! Хәҙер ундағы дуҫтарыбыҙ һаны 127 мең кешегә етте.
– Конкурста ҡатнашырға уйлайым да ул, тик гәзиткә яҙылмағанмын бит!, – тип хафаланып почтаға ашығыусы апайҙар ҙа бихисап булды. Уларға беҙ “Афарин!” тибеҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреүселәргә, конкурс тураһындағы яҙманы таратышҡандарға, ярҙам иткәндәргә – барығыҙға ла ҙур рәхмәт!