

Янғын көндөҙ сыҡҡан. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ: өс вагондан торған поезд буш булған, ә машинист уңышлы эвакуацияланған. Урынға килеп еткән ашығыс хеҙмәттәр локомотивты төп составтан айыра. Һуңынан янғын һүндереүселәр 60 квадрат метр майҙанда асыҡ янғынды һүндергән. Утты һүндереүҙә 16 кеше һәм 7 берәмек техника ҡатнаша. Янғынға нимә сәбәпсе булғанын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай.
Фото: Т. Аманов