

"Берҙәм Рәсәй" партияһы 9 мартта парламентҡа депутат тәҡдим итеү өсөн алдан һайлауға кандидаттар күрһәтә башлаясаҡ. Был турала партияның төбәк бүлексәһе ултырышында әйтелде.
Праймериз (алдан тауыш биреү) асыҡ шарттарҙа үтәсәк, ул махсус сайтта 22 - 28 майҙа, тик электрон форматта ғына була. Һайлаусылар тауыш биреү өсөн дәүләт хеҙмәттәре аша 17 апрелдән теркәлә ала.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Руслан Насретдинов белдереүенсә, барлыҡ кандидат та алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға тейеш. Кандидаттар күрһәтеү 27 апрелгәсә бара. Документтар Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамындағы 17-се йортта ҡабул ителә.
Дәғүәселектең ҙур булыуын көтәбеҙ, ти партия етәкселеге.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһының матбуғат хеҙмәте.