Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Марта 2023, 07:05

Һалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә

Пенсионер махсус хәрби операция биләмәһенә суйын мейес-буржуйка оҙатҡан.

Һалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итәҺалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә
Һалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә

Ә Кушнаренко районы штабы бүлексәһенә 92 йәшлек Әлфиә Сәйфетдинова бәйләнгән ойоҡбаштар алып килгән.

Фёдоровка үҙәк дауаханаһы табиптары үҙ бурыстарын үтәп тә, буш ваҡыттарынды блиндаж шәмдәре эшләп тә өлгөрә.

Фёдоровканан Альбина  күп итеп блиндаж шәмдәрен эшләй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә ирекмәндәр аша оҙата. Әйткәндәй, уның тормош иптәше лә яуҙа.

 

Туймазы районының Ҡарат һәм Өйәҙетамаҡ ауылдарында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар өсөн туҡмас һәм сәк-сәк әҙерләй. Шулай уҡ ауыл халҡы  аҡса йыйған, уға кәрәк-яраҡ әйберҙәр, шул иҫәптән дарыуҙар һатып алған. Был Ҡарат ауылы биләмһе халҡының хәрбиҙәргә етенсе посылкаһы.

 

Ирекмәндәр штабына 8 800 201 89 03 телефоны буйынса көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һалдаттарға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас