***
Кителеңде аламын да,
Күкрәгемә һаламын.
Ғәмһеҙ тормош юлдарынан
Йәнә яңғыҙ барамын.
Наҙың һеңгән, нурың һеңгән
Кителеңә бағамын.
Берәмләп, ҡәҙерләп кенә
Миҙалдарың тағамын.
Һынландырған кителеңде
Меңәр ҡабат аламын.
Иңдәремә һаламын да,
Өмөт менән бағамын.
Ҡарашыңды тоям һинең
Күҙҙәрендә баламдың...
Альбина Муллағол - Ғәлиуллина.