Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2023, 15:10

Яуҙа һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр

Ирекмәндәр уның берҙән-бер туғанын Өфөлә йәшәй, тип фаразлай.

Яуҙа һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәрЯуҙа һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр
Яуҙа һәләк булған һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр

Башҡортостанда Бүрәт Республикаһынан махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Иван Евсюковтың берҙән-бер туғанын эҙләйҙәр. Был хаҡта «МБ» баҫмаһына ирекмәндәр хәбәр итә. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Иван Евсюков Бүрәт Республикаһының Төньяҡ Байкал районында йәшәгән, унан Украинала махсус операцияға оҙатылған. Һалдаттың һәләк булыуы хаҡында мәғлүмәт билдәле була. Әле уны ерләү урыны тураһында мәсьәлә хәл ителә.

 

Ирекмәндәр яугирҙың берҙән-бер туғаны - Виктория Иващенко менән бәйләнешкә сығырға маташа. Ул Өфөлә йәшәй, тип фаразлана. Социаль селтәрҙәге хәбәрҙәргә ҡатын яуап бирмәй.

 

Ҡатынды белеүселәр булһа бәйләнеш өсөн телефон: 7-902-163-73-14.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас