Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2023, 10:10

Ялҡытмай торған ризыҡ

Картуф ялҡытмай инде ул. Әйтеүҙәренсә, унан 100 төрлө ризыҡ әҙерләп була. Бына ошолайтып бешереп ҡарағыҙ.

Ялҡытмай торған ризыҡЯлҡытмай торған ризыҡ
Ялҡытмай торған ризыҡ

300 мл һөткә бер балғалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, бер балғалаҡ ҡоро сүпрә һалып болғарға. Шунан ике ҡалаҡ ҡаймаҡ, 30 мл үҫемлек майы өҫтәп, 550 г он ҡушып, яҡшылап бутап, ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы ябып, 40 минутҡа ҡуйып торорға.

Айырым һауытҡа бешкән өс картуфты, 30 мл үҫемлек майын, тәменсә тоҙ, борос ҡушып, 80 г сыр ҡырып һалып, иҙергә лә, шарсыҡтар яһарға (видеорецептта туғыҙ шар килеп сыға).

Ҡамырҙы ла туғыҙ өлөшкә бүлеп әүәләргә, тағы ла ябып әҙ генә ваҡытҡа һалып торорға. Артабан ҡул менән йәйгеләп, баяғы картуф шарҙарын һалырға һәм пирожки йә беляш кеүек бөгөргә. 15 минут тороп торһон.

Бер һауытҡа 30 мл үҫемлек майы, бер балғалаҡ паприка, бер тырнаҡ һарымһаҡты ҡырып һалып бутарға һәм ҡул менән ҡамыр өҫтөнә баҫҡылап ҡойорға (бармаҡ менән ипләп кенә уйым яһарға була). Өҫтөнә ҡырылған сыр һибергә лә мөмкин, былай ҙа бик тәмле буласаҡ. Әйткәндәй, паприканы бөтөнләй ҡушмағанда ла була.

180 градус эҫелектәге духовкала 30 – 35 минутта бешә.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас