

Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр.
Мәүлиҙә Мәҡсүтова пенсияһын туплап биргән 100 мең һум аҡсаға генератор, төҙөлөш материалдары, шөрөп борғостар алып, алғы һыҙыҡҡа ебәрәсәктәр.
Изге йөрәкле ағинәйгә Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, оҙон ғүмер бирһен! Яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Донъялар тынысланһын!
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Чечняла һәләк булған Илсур Мәҡсүтовты иҫкә алыу сараһы үткән. Таймаҫ мәктәбендә уны гел яҡшы яҡтан хәтерләйҙәр.
Фото: youshatir.ru ("Юшатыр" гәзите сайтынан).