"Украиналағы конфликтты яйға һалыуы бер ни тормай", - тигән Трамп әфәнде Колумбиялағы бер съезда сығыш яһағанда. Уныңса, барыһын да бер тәүлектә хәл итергә мөмкин.
Тик аныҡ планы ниндәй булыуын әйтмәгән.
Бына шундай вәғәҙә бирә Трамп. Әллә һайланһын да ҡуйһынмы?
Әйткәндәй, үҙәк яңылыҡтар сығанаҡтары яҙыуынса, американдарҙың байтағы үҙҙәрендә Президент итеп Владимир Путинды һайлау теләген белдергән. Беҙҙекенең лидерлыҡ сифаттарына һоҡланалар икән. Ысынлап та, Байденға ҡараһаң, ҡайһы саҡта көлкө килә... Йәлке лә. Асылда донъяны кем болғата икән һуң?
Фото: РИА-Новости.