

Иосиф Сталин СССР Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты секретары вазифаһынан 1952 йылдың 14 октябрендә китә. Әммә барыбер ил етәксеһе булып ҡала. Үлгән сағында Сталинға 74 йәш була. Мәскәү өлкәһенең Кунцев районындағы дачаһында күҙҙәрен мәңгелеккә йома.
Уның шәхесе әле лә күп һорау тыуҙыра. Ул хакимлыҡ иткәндә СССР ҙур Еңеүгә өлгәшә. Әммә халыҡ хәтере 1937 йылғы ҡаты репрессияларҙы ла иҫләй.
Иосиф Виссарионович менән ил халҡы өс көн хушлашҡан. Уны 9 мартта ерләгәндәр. Йәғни, бәлзәмләнгән кәүҙәһен Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Майҙанда Ленин мавзолейына урынлаштырғандар. Шунан һуң кәшәнә 1961 йылға тиклем "Мавзолей В. И. Ленина и И. В. Сталина" йөрөтөлгән.
Йәш быуын ҡапыл ғына уның кем икәнлеген дә әйтә алмайҙыр әле.