

— Беҙ үҙебеҙҙе етерлек танытманыҡ, инфраструктура булдырманыҡ. Башҡортостан туризм йәһәтенән бик ылыҡтырғыс ул, беҙҙә мәҙәни, экологик, археологик, тәбиғи, тарихи яҡтан бай урындар бик күп. Беҙҙең бурысыбыҙ – барыһын да яҡтыртыу, яңы үҫеш нөктәләрен табыу, — тине Радий Хәбиров.
Ул миҫалға Мәләүез районындағы Воскресенское ауылын килтерҙе. Ундағы ярым емерек баҡыр иретеү заводы тирәһен төҙөкләндергәс, кеше лә килә башлаған, ауыл матурланған.
Тағы бер миҫал: Шүлгәнташ мәмерйәһе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, унда туристар былай ҙа йыш барған, әле етәкселектең ҙур иғтибары булғас, юлдар ҙа һалына, газ да үткәрелә. Был яҡшы ҡунаҡханалар төҙөү өсөн кәрәк. Мәмерйә үҙе мәҙәни, тарихи, ғилми үҙәккә әйләнгән.
— Әле беҙ Евразия күсмә цивилизациялары музейын төҙөүгә көс һалабыҙ,— тине Республика етәксеһе.
Ул Турахан кәшәнәһен тәүге тапҡыр бынан ике йыл элек ҡатынын алып барғанда ғына күргән. Һәм һоҡланған. Бында ҙур музей комплексы төҙөү өсөн потенциал бар.
—Башҡортостаныбыҙ бик бай. Уның туристик ынйыларын эҙмә-эҙлекле асабыҙ, — тине Радий Хәбиров.