Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2023, 07:24

Радий Хәбиров "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" телемарафонында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы ҡатынының үҙен яҡшы аңлауы тураһында һөйләне. 

Радий Хәбиров "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" телемарафонында ҡатнаштыРадий Хәбиров "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" телемарафонында ҡатнашты
Радий Хәбиров "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" телемарафонында ҡатнашты

Каринэ ханым республика етәксеһенең эшенә нисек ҡарай? Ул, әлбиттә, Радий Фәрит улының эше нимәнән ғибәрәт булыуы яҡшы аңлай.

"Был йәһәттән минең бәхет бар, ҡатыным эшемдең асылын аңлай, шуға мин үҙемде уңайлы тоям. Сөнки эшем һәр саҡ алғы планға ҡуйыла. Шулай ҙа ғаиләм - ҡатыным һәм балаларым янында булырға ваҡыт табам. Балаларым мин өйҙә булғанда бәхетле", - тине Радий Хәбиров эфирҙа.

Башҡортостан Башлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән байрам - 8 март менән ихлас ҡотланы:

"Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ, һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Бәхет, һаулыҡ теләйем һәм яратып-яратылып йәшәгеҙ, үҙегеҙгә ҡыҙыҡ шөғөл табығыҙ. Ғүмер ҡыҫҡа, иң мөһиме - күңелдә нур булһын, бергә ауырлыҡтарҙы үтергә өйрәнәйек. Бәхет һеҙгә, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!"

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас