

Бөгөн Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, республикала бер аҙ епшек ҡар яуа. Автоһәүәҫкәрҙәргә һаҡ булырға кәрәк: юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы -3, -8 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ 1 градусҡа тиклем йылына.
Дүшәмбе, 6 мартта, ҡар яуыуы дауам итә. Ел йүнәлешен көнбайышҡа алмаштыра. Төндә һауа температураһы -2, -7 градус, көндөҙ 0 градусҡаса йылыта.
Фото: Т. Аманов