

Бикбулаттар быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында районы намыҫын яҡлай. Унда ниндәй генә сара үтмәне! Әле күҙаллағандары күп. Был йәһәттән көн һайын бер сара һәм көн һайын күмәкләп ҡатнашалар.
Әйтеүҙәренсә, был ҡышта ғына алты тапҡыр саңғы ярышы уҙғарғандар. Афариндар!
"Ярышта ҡатнашыусыларҙы Урал ауыл хакимиәте башлығы Ильнур Сәйфуллин тәбрикләне, уңыштар теләне һәм ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Cаңғысылар яҡшы әҙерлек менән килгән, һәр кем үҙенсә тырышты. Бер-береһенән һис тә ҡалышманылар, барыһын да бер нисә секунд ҡына хәл итте", тип яҙалар социаль селтәрҙә. Ә еңеүселәр? Бар улар, әлбиттә, бар!
60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1 урын - Насибуллина Филүзә, 2 урын - Гумерова Минзәлә;
50-60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1 урын - Сафина Резида;
40-50 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1 урын -Тимербаева Илүсә, 2 урын - Сафина Гөлназ;
30-40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1 урын - Акимбаева Фаянур, 2 урын - Казаргулова Венера, 3 урын - Муталапова Лиана.
Ирҙәр араһында:
1 урын - Сәйфуллин Ильвир, 2 урын - Фаттахов Ришат, 3 урын - Фаттахов Даян.
Уҡыусылар араһында:
5-8 йәшлектәр: 1 урын - Акимбаев Ансар, 2 урын - Шерышева Елизавета, 3 урын - Джанкушикова Аделина;
9-10 йәшлектәр: 1 урын - Фаттахов Ильфат, 2 урын - Фаттахов Линар;
11-12 йәшлектәр: 1 урын - Сафина Айзилә, 2 урын - Фаттахова Камила;
13-14 йәшлек малайҙар: 1 урын - Сәйфуллин Данис, 2 урын - Сәйфуллин Данил, 3 урын - Ишимов Рәмис, Тимербаев Тимур, Казаргулов Иҙел.
Еңеүселәргә Урал ауыл Советы хакимиәте исеменән миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.
Ярыш башланғас, буран да туҡтап торҙо хатта, ти бикбулаттар. Берәй ғилләһе барҙыр, бик шәп эшкә ҡамасауламайым, тигәндер буран)))
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/public217530629