

Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, йоҡоһоҙ бер төн үткәргән кешенең мейеһендә һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелгән. Эксперименттарҙа 19 – 39 йәшлек 134 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың йоҡлаған һәм оҙаҡ ял итмәгән саҡтағы МРТ анализдарын тикшергәндәр. Бер төркөм тәүлек буйына йоҡламаған, икенсеһе – өс, өсөнсөһө – биш сәғәт, дүртенсе төркөм биш көн буйы һигеҙәр сәғәт йоҡлаған. Уларҙы йыш-йыш тикшереп торғандар. Һөҙөмтәләр ҡыҙыҡ. Баҡһаң, бер төн йоҡламау мейене ике йылға ҡартайта. Шуныһы ла бар: бер тәүлек йоҡламай йөрөп, аҙаҡтан ял иткәндән һуң, мейе ҡабаттан нормаль хәленә ҡайтҡан.
Иң мөһиме шул, ти ғалимдар, һәр ваҡыт ятып торорға, ял итергә форсат табығыҙ.