+18 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2023, 16:00
БЕР МАТУР ХАЛЫҠТЫҢ БАЛАҺЫ ҺИН
Бер матур халыҡтың балаһы һин, Бер аҫыл халыҡтың балаһы. Урал урмандары йөрәгеңдә, Күңелеңдә башҡорт далаһы. Бер матур халыҡтың дауамы һин, Бер аҫыл халыҡтың дауамы. Торна сыңрауҙары - әрнеүеңдер, Ҡурай моңо - йәнең дауаһы. Бер матур халыҡтың ҡолонсағы, Бер аҫыл халыҡтың нәҫеле. Заттың ҡото һине һаҡлауын Аңларһың, алғас та иҫ белеп. Бер матур халыҡтың ҡошсоғо һин, Бер аҫыл халыҡтың бөркөтө. Бейектәрҙә кирелер ҡанаттарың Аяғыңа баҫһаң ир етеп. (Гөлнара Хәлфетдинова)
БЕР МАТУР ХАЛЫҠТЫҢ БАЛАҺЫ ҺИН
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"