Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Марта 2023, 05:19

Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Евгений Струговец тураһында яҙма ҡалдырған. 

Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланыБашҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы

#ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында Радий Хәбиров 90 йәшен билдәләүсе Евгений Трофимович Струговец хаҡында яҙа. Ул йәшләй спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә, 12 йәштән "Динамо" стадионында күнекмәләр үткәрә һәм Башҡортостан чемпионы була. Һуңынан спортты ҡалдырып, фән менән шөғөлләнә башлай, илебеҙҙең төрлө ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт юлы үтә. Фән докторының 200-ләп ғилми хеҙмәте бар.

"Һуңғы йылдарҙа Евгений Трофимович Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәгендә йыш була, ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡатыны Лариса ивановна менән 53 йыл бергә йәшәйҙәр, ике ул үҫтергәндәр", - тип яҙған БР Башлығы.

Фото: vk.com (Радий Хабиров).

Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы билдәле шәхесте юбилейы менән ҡотланы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас