

Бер йылда беҙҙә 34 бала туберкулез менән ауырыған. Дөйөм алғанда, 2022 йылда туберкулез буйынса эпидемиологик хәл-торош тотороҡлана барған. 17 йәшкә тиклем әүҙем туберкулез менән сирләүсе балалар һәм үҫмерҙәр һаны ла 2021 йылға ҡарағанда биш процентҡа әҙерәк. Тик был тынысланырға ярай, тигәнде аңлатмай.
Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 14 йәшкә тиклемгеләр араһында 24 балала ошо яман ауырыу асыҡланған. Иң бәләкәстәрҙә лә туберкулез булыуы һағайта.
Ә бына өлкәндәр араһында хәл хәүефле. Сөнки былтыр 1 438 кешенең актив туберкулезлы булыуы теркәлгән. Был – етди һандар. 25 муниципалитетта күрһәткестәр ауырыу буйынса уртаса республика күрһәткесенән артҡан. Һаҡланығыҙ! Ауырымағыҙ!
Фото: “Башинформ”.