

"Бытовка"ны һүндереү барышында ир кешенең кәүҙәһе табылған. Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғын сәбәбе асыҡлана.
Киске сәғәт ун берҙә шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһында ла шәхси йортта ут сыҡҡан. Аш бүлмәһендә торған янғын иҫкәртеүсе ҡорамал сыйылдағанға ғаилә башлығы уянып, ҡатынын һәм 2006, 2011, 2013, 2018, 2019 йылғы балаларын уятып, урамға алып сығып өлгөргән, бер кем дә төтөнгә ағыуланмаған, шөкөр. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән.
Уҙған тәүлектә 8 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың бишәүһе - шәхси секторҙа, 1 кеше эвакуацияланған. Шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһында - баҡса йорто, Өфө районында - ике ҡатлы йорт, Өфөлә ике фатирҙа һәм Күмертауҙа йорт мөлкәте янған.
Фото: МЧС РБ.