

Хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булығыҙ!
Бындай һауа шарттарында хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тейешле тиҙлек режимын һаҡлағыҙ (айырыуса йәмәғәт транспорты туҡталыштарында). Ҡала ситендәге трассаларҙа хәрәкәт иткәндә машиналар араһында хәүефһеҙ дистанцияны тоторға онотмағыҙ.
Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк, ә ҡараңғы ваҡытта кейемегеҙҙә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын.
Фото: БР ЮХХДИ.