Әсә йөрәгендә утлы таш
Әсә ғәзиз улын оҙатты
Ут ямғыры яуған ерҙәргә.
Ситтә тороп улы ҡалманы
Афәт янағанда илдәргә.
Ғәиз әсә улын оҙатты –
Йөрәгенә утлы таш ятты.
Йөрәк яныуына дауа итеп
Доға ҡылды... Доға йыуатты.
Доға ҡылып көн дә Раббыма
Илгә именлектәр һораны.
Илдәр имен булһа, улын да
Иҫән-һау ҡайтыр тип юраны.
Уйҙарында йөрәк пәрәһе –
“Нисек унда ғәзиз балаһы?”
Йәне әрней күреп һуғыштың
Башҡаларға һалған яраһын.
Әсә әле һаман доғала –
Бер Раббыма көн-төн ялына.
Ә йыраҡта һуғыш ҡырында
Тынмай әле уттар ямғыры.
Йөрәгеңдә йөрөгән утлы таш
Улын ҡосҡас алып ташланыр.
Әсә шатлығына ҡушылып
Барыбыҙҙың күҙҙәр йәшләнер.
Нәфисә Мирзаханова