Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 11:30

Рейд һөҙөмтәләре

Тәүлек эсендә 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, иҫерек килеш машина йөрөткән 21 водитель тотолған.

Рейд һөҙөмтәләреРейд һөҙөмтәләре
Рейд һөҙөмтәләре

Туғыҙ кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән килеш машина йөрөткән.

23 кешенең водитель танытмаһы бөтөнләй булмаған.

23 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан.

297 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән.

26 ата-әсә балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған.

Алты водитель хәрәкәт иткән ваҡытта телефондан һөйләшкәндә тотолған.

14 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән.

13 машинаның дәүләт теркәү билдәләре булмаған.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп, үҙегеҙҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлайһығыҙ!

Барығыҙға ла хәүефһеҙ ял көндәре теләйбеҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас