Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 17:30

Радий Хәбиров - Жасмин тураһында

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҡшы ялдар теләп, яҙма ҡуйған. "Был ябай булмаған (хатта ҡайһы саҡ ҡурҡытырлыҡ та) донъяла изгелек һәм бәхет утраусыҡтары бар..." - тип башлана ул.

Радий Хәбиров - Жасмин тураһындаРадий Хәбиров - Жасмин тураһында
Радий Хәбиров - Жасмин тураһында

""Был ябай булмаған (хатта ҡайһы саҡ ҡурҡытырлыҡ та) донъяла изгелек һәм бәхет утраусыҡтары бар - улар беҙҙең ғаиләбеҙ, дуҫтарыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ һәм, әлбиттә, бөйөк Рәсәйебеҙ" - Радий Хәбиров беҙгә матур ялдар теләп, дуҫы менән фото ҡуйған.

"Фотола – Жасмин. Үҫә. Аҡыллы, наҙлы эт. Һеҙгә уның беҙҙең ғаиләгә нисек килеп эләккәнен һөйләгәйнем инде. Ул да беҙҙең менән", - тип яҙған республика етәксеһе.

Әйткәндәй, бульдог көсөгөн Радий Фәрит улына СВО-ла һәләк булған яҡташыбыҙ Максим Страупеның әсәһе бүләк иткән.

Фото: vk.com (Р. Хабиров).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас