

Яңы закондар араһында Рәсәйҙә бер нисә ай элек кенә төҙөлгән "Беренселәр хәрәкәте" эшмәкәрлегенә бәйлеһе лә бар. Теүәлерәк әйткәндә, балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында"ғы республика законына (үҙгәрештәр индерелде) ярашлы, балаларҙы үҙ хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуына, шул йәһәттән бурыстарын үтәүгә әҙерләү менән шөғөлләнәсәк. Ойошма шулай уҡ бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙә ҡатнашасаҡ, балалар берәҙәклегенә ҡаршы көрәш алып барасаҡ.
Тағы бер яңы закон берәҙәк хайуандарға ҡағыла. Шәхси приюттар дәүләт ярҙамы аласаҡ. Был кешеләргә зыян килтереүсе эйәһеҙ эттәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән.
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған закондар араһында ғаилә предприятиелары тураһындағыһы ғаилә бизнестарына яңы мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙаллай. Ғаилә менән үҙ эшеңде асыу, булған бизнесыңды үҫтереү еңелләшәсәк. Шулай итеп, ғаилә предприятиеларына айырым иҡтисади статус бирелә.