

Әлегә проектта, әммә тиҙҙән ул ғәмәлгә тулыһынса ашырылып, халыҡты ҡыуандырасаҡ.
Радий Хәбиров яҙыуынса, проект "Дүртөйлө. Башҡортостандың йылға ҡапҡаһы" тип атала. Фотоларҙа - Ағиҙел яры буйы.
"Был - беҙҙең былтырғы Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы еңеүселәренең береһе. 2022 йылда улар бишәү ине - Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл. Дюртөйлөлә, халыҡ фекерен иҫәпкә алған яҡшы, уйланған проект", - тип яҙған республика етәксеһе.
Бынан тыш, тигән Радий Хәбиров, Дүртөйлөнән башҡа ла проекттар етерлек. Төҙөкләндереү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov