Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 05:10

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө

Кисә Өфөгә РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко килеүен һәм байтаҡ осрашыу, сарала ҡатнашыуын хәбәр иткәйнек. Республика менән идара итеү үҙәгендә (ЦУР) әһәмиәтле килешеүгә лә ҡул ҡуйылды.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдөРәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө

БР һәм РФ Хөкүмәте араһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән берлектә эшләү тураһында документҡа ҡул ҡуйылды. Башҡортостан - был үҙәк менән эшләү принциптарын нығытыусы унынсы төбәк. Республиканың социаль-иҡтисади һәм ғилми-техник үҫеш буйынса  мәғлүмәттәре илебеҙ етәкселегенә тәҡдимдәр әҙерләүҙә файҙаланыласаҡ. Ә Башҡортостан иһә Аналитик үҙәк төҙөгән һөҙөмтәле продукттар менән ҡуллана аласаҡ. 

Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров ЦУР эшмәкәрлеге менән танышты.

Вице-премьер күргәненә бик ҡәнәғәт ҡалыуын билдәләне:

– Ил буйлап йөрөгәндә һәр ваҡыт төбәктәр менән идара итеү үҙәктәрен ҡарайым. Башҡортостандағы кеүек берҙәм ЦУР-ҙы һәм Башлыҡ командаһы кеүекте тәүгә күрәм. Республикала эшләнгән инструменттарҙы мотлаҡ таратырға кәрәк, - тине ул.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк менән килешеү төҙөлдө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас