

Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) социаль әһәмиәттәге проекттары менән ҡатнаша.
212 проект тәҡдим ителгән. Конкурстың дөйөм финанслау суммаһы - 25 млн һум. Ә НКО-ларҙың проекттары барлығы 92 млн һумдан ашыу суммаға торошло.
Иң таралған йүнәлештәр мәҙәниәт һәм сәнғәткә (47 проект), һаулыҡ һаҡлауға, сәләмәт тормошто пропагандалауға (39 проект) ҡағылышлы.
Муниципалитеттар араһынан Өфөнөң НКО-лары иң күп ғариза ебәргән – 79. Ғафури районы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары ла әүҙем.
Еңеүселәр 9 майҙан да һуңға ҡалмай билдәле буласаҡ.