Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 15:30

Нисәнсе ҡатта йәшәүе уңайлыраҡ?

Кешенең нисәнсе ҡатта йәшәүенә ҡарап, психик торошон күҙаллап була, имеш. Терапевтар кәңәшенә күҙ һалайыҡ.

Нисәнсе ҡатта йәшәүе уңайлыраҡ?Нисәнсе ҡатта йәшәүе уңайлыраҡ?
Нисәнсе ҡатта йәшәүе уңайлыраҡ?

Баҡһаң, юғары ҡаттарҙа ла, түбәндә лә йәшәүе сәләмәтлек өсөн бигүк яҡшы түгел.

Мәҫәлән, ти Новосибирск ҡалаһының бер клиникаһында терапевт булып эшләүсе Юлия Коваленко ханым, беренсе йә икенсе ҡатта йәшәүселәрҙең үпкә сирҙәренә дусар булыу хәүефе юғары. Иммунитеты ла бигүк шәптән булмай. Ә иң өҫкө ҡаттағылар башы йыш ауыртыуға, ҡан баҫымы һикергеләп тороуға, юҡҡа ғына борсолоуҙарға зарлана. Түбән ҡатта йәшәүселәргә автомобилдәрҙең насар төтөнө лә зыян итеүе мөмкин. Етмәһә, подъездар алды тулы машина була.

Етенсе ҡаттан юғарыраҡ йәшәүселәргә сәнәғәт төтөнө, һауаның ҡоролоғо зарар килтерә. Ә ныҡ бейектә – 25-се ҡаттан да юғарыла – вибрация кимәле (түбән йышлыҡтағы инфратауышлы тирбәнештәр) көслө була. Был да организмға яҡшы түгел. Лифтта ла кемгәлер үтә юғары күтәрелеү ауыр.

Иң уңайлыһы – өсөнсөнән етенсе ҡатҡа тиклемге фатирҙа йәшәү. Бына һиңә мә!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас