

Бөгөн, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында көрт, боҙлауыҡ, көндөҙ айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5 градус тәшкил итәсәк.
Йәкшәмбе, 5 мартта, епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ, көндөҙ айырым райондарҙа ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Юлдарҙа көрт һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ 0,-5 градус.
Фото: Т. Аманов