Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 06:00

Халҡыма булһын бүләгем

Күптән түгел Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында ошо исем аҫтында билдәле яҙыусы, шағир, халыҡ сәсәне, тәржемәсе, ҡурайсы, йырсы, баянсы, йәмәғәт эшмәкәре,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев ордены кавалеры Мәүлит Ямалетдиндың ижадына арналған кисә үткәрелде.

Халҡыма булһын бүләгемХалҡыма булһын бүләгем
Халҡыма булһын бүләгем

   Сараға әҙиптең үҙен дә, ижадын да үҙ иткән йәштәр (педагогия колледжы, Сибай институты студенттары), уҡытыусылар, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары, дөйөмләштереп әйткәндә, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.

Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы методисы, Башҡортостан эшләп, ҡалабыҙ урамдарында эҙҙәре ҡалған олуғ әҙибебеҙгә арналған кисәгә килгән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, саҡырылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Был бик тә әһәмиәтле күңел байрамын үткәреү тәҡдиме менән сығыусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Ике сәғәттән ашыу барған кисәнең нисек үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Күп ҡырлы талант эйәһенең ижадын яратҡан, үҙен дә хөрмәт иткән һәр кемдең уға үҙенең  оло ихтирамын белдерергә ынтылып тороуы күп нәмә тураһында һөйләй (рухы шат булһын инде әҙиптең).

 М. Ямалетдинов   Иҫке Сибайҙа үҙе астырған сәнғәт мәктәбе коллективы вәкилдәре алып килгән музыкаль сәләм кисәгә йәм өҫтәне.

Ҡасандыр әҙип менән күрше йәшәү бәхете тейгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рима   Сибаева уның тураһындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәүлит Байгилде улының ижадташ дуҫы, 50-ләп йыр авторы, Сибай педагогия колледжында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рима  Ғәлинаның хәтирәләренә туҡталмаҡсымын.

  – Советтар Союзы осоронда беҙ, музыка уҡытыусылары, айлап курстарҙа була торғайныҡ. Мәүлит ағай үтә лә аҡыллы, фәһемле һүҙле, дини мәсьәләләрҙә бай мәғлүмәтле ине. Уның менән көнкүреш темаһына  артыҡ һөйләшеп булмай торғайны. Етди, эсе тулы уй, эш булды. Тамырынан башҡорт ине. Берәй фекер алышыу, бәхәсле һөйләшеү килеп сыҡһа, уның менән бәхәсләшергә бер кем йөрьәт итә алманы: күп һөйләмәй генә, артабан бәхәсләшмәҫлек итеп, дөп-дөрөҫ, ғәҙел нөктә ҡуя ине. Уны ныҡ хөрмәт иттеләр. Мәүлит ағай  ике аяғында ныҡ баҫып торған, тайшанмаҫлыҡ, уны бер кем дә шылдыра алмаҫлыҡ ҡая һымаҡ олпат ағай булып хәтеремдә ҡалды. Мәүлит ағайҙың "Дәүерҙәр" һәм өлкән улы Илшат тыуғас яҙған "Сәңгелдәк" шиғырына көй яҙып, ул йырҙарҙың популяр булып китеүе минең өсөн ҙур ҡыуаныс булғайны", – тигәйне Рима Барый ҡыҙы.  Ысынлап та, "Дәүерҙәр" йыры тәүҙә Фәрит Бикбулатов, һуңынан Ғәзим Ильясов башҡарыуында популяр булып китте.   "Сәңгелдәк" йыры   радио, телевидение аша ла йыш яңғырай. Әлеге кисәлә Рима Барый ҡыҙы фортепиано артына ултырып, ошо йырҙы башҡарғанда, бөтә зал дәррәү ҡушылып йырланы.

Һуңғы Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулаған халыҡ сәсәне Мәүлит Ямалетдинды   "Урал батыр" исемендәге сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллина ла ихтирам менән телгә алды:

– "Мәүлит ағай менән " Йәшлек"тең элекке хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтов аша танышҡайныҡ. Шунан бирле мин Мәүлит ағайҙы Сибайҙа үҙем үткәргән мөнәжәтселәр бәйгеһенә сараларға саҡыра башланым. Тәүҙә ҡала кимәлендә үткән һуңынан төбәк-ара кимәлдә үтә башланы. Бәйгеселәрҙең сығышы өс номинацияла («Мөнәжәт», «Нәсихәт», М. Ямалетдиндың Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын (тәфсирен) башҡарыусылар") билдәләнде. Мәүлит ағай ошо   төбәк-ара бәйгенең бишеһендә лә жюри ағзаһы ине. Үкенескә күрә, һуңғы икеһенә (юл аҙабы – гүр ғазабы бит) килә алманы"... (ред.)

Мәүлит Ямалетдиновтың   "Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар" китабы сәсәндәр ижадынан башҡорт халҡының матди  булмаған мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә тәҡдим ителде, – тине Асия Солтан ҡыҙы.  

Китапхана янында эшләп килгән "Ынйылар" клубы ағзалары, мәғариф ветерандары, Рәйсә Үҙәнбаева яҙыусының проза әҫәрҙәренә байҡау яһаны, ә хажиә Таңһылыу Йәнтүрина Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар тураһында һөйләне. Оҫта ҡурайсы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәли   Кейекбирҙин башҡарыуында ҡурай моңо яңғырауы кисәгә йәм өҫтәп ебәрҙе.

Кисә аҙағында яҙыусының ҡыҙы Зөбәржәт Ғәлишина ошо әҙәби кисәгә килеп, атаһының ижадын яратып, юғары баһалап, әҙипкә оло хөрмәтен, рәхмәтен белдергән Сибай халҡына, кисәне ойоштороусы  мәғариф ветераны Рәшиҙә Закироваға, сценарий төҙөп алып барыусы Земфира   Әбүбәкироваға, китапханала эшләп килгән "Ынйылар" ижадсылар клубы ағзаларына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә  ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Был кисә мине, ошо юлдар авторын ғына түгел, бик күптәрҙе уйға һалғандыр, тип уйлайым. Үкенескә күрә, кешенең хеҙмәтенә үҙе тере саҡта   лайыҡлы баһа бирә белмәйбеҙ. Был нимә: һаранлыҡмы, кешенең юғары баһаға лайыҡлы хеҙмәтен күрмәмешкә һалышыумы, әллә башҡа сәбәпме? Мин, ябай китап уҡыусы, әҙәбиәтте яратыусы берәй әҙәби әҫәр ҡулға эләкһә,   уны ҡабул итәмме, юҡмы – үҙемдән тора. Мине шундай  һорау борсой : халыҡ өсөн ижад иткәс, ни өсөн шул ижадсыларҙың хеҙмәтен баһалағанда, халыҡтың фекере иҫәпкә алынмай икән?!

  1974 йылдың декабрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында М. Ямалетдиновтың тәүге шиғырҙар ҡулъяҙмаһы тикшерелә. Шунда Рәми Ғарипов: " Бәлки кәрәге тейер", – тип, уның йыйынтығына яҙылған рецензияны тоттора. Шул рецензия 25 йылдан һуң ", 1999 йылда ғына, "Ағиҙел" журналының 2- се һанында "50 шиғыр хаҡында" тигән мәҡәлә рәүешендә донъя күрә.

Күренекле шәхестәрҙең фекеренә күҙ һалайыҡ.
Рәми Ғарипов: "Аттар саба" китабын уҡый башлағас та, күңелде сафлыҡ, яҡтылыҡ, иркенлек тойғоһо биләп ала... Иң мөһиме – был хаҡта мин икеләнмәй әйтә алам –  ШАҒИР килә шиғриәткә. Эйе, ысын, талантлы шағир килә! Һүҙгә һаран, фекергә йомарт ШАҒИР килә",  – тип яҙа.

Арҙаҡлы ғалимыбыҙ, аҡыл эйәһе, академик Ғайса Хөсәйенов: "Хоҙай М. Ямалетдиновтан һәләтте һис йәлләмәгән, өймәләмә итеп биргән. Мин уны дүрт һөнәр эйәһе итеп күрәм. Мәүлит, беренсенән, бынамын тигән һәүәҫкәр йырсы. Тауышы үтә моңло. Икенсенән, музыкант, ҡурайсы. Өсөнсөнән, сәсән телле һүҙ оҫтаһы. Дүртенсенән, заманса шағир һәм әҙип. Бер кешелә ошо һәләттәрҙең бер бөтөн булып берләшеүе – үҙе бер ФЕНОМЕНАЛЬ КҮРЕНЕШ", - тип яҙҙы.
Шундай аҡыллы, арҙаҡлы кешеләрҙең әҙипкә ҡарата биргән баһалары иҫәпкә алынмауы, онотолоуы бик сәйер. Ә бит ошондай ҡанатландырыр һүҙҙәр ишеткәндән һуң, Мәүлит Ямалетдинов, тағы ла дәртләнеп ижадҡа тотона. 

 Төрлө жанрҙарҙа эшләп, 30-ҙан ашыу китап баҫтырып сығара. Бынан тыш, яуаплы вазифалар биләй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, яңынан-яңы идеялар менән янып йәшәй.  "Өлкәр" һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондын ойоштора, уның рәйесе була. Нотаға һалынған көйҙәрҙе туплап, "Һыҙҙырт әле ҡурайыңды" исемле йыйынтыҡ баҫтырып сығара. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстанда дәүләт кимәлендә булдырылған сәсәндәр мәктәбен үҙебеҙҙә булдырыу ниәте менән  яна. 

1992 йылда Валерия Порохованың шиғри ауҙармаһында "Коран.Переводы смыслов" китабын уҡып сыҡҡас, башҡорт халҡы Ҡөрьән сүрәләрен үҙ телендә уҡыһын, тигән маҡсат менән "Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар" китабын әҙерләй башлай.  Быға ул 25 йыл ғүмерен бағышлай. Әйтеүе генә анһат…25 йыл! Ниһайәт, 2016 йылда – 76 сүрә, 2021 йылда 100 сүрә ингән китап донъя күрә.

 Бағыусы эҙләгән ваҡытта, Ҡадурий менән Миңзәлә Фазлетдиновтар (дини ғаилә) М. Ямалетдиновты үҙҙәре эҙләп табып, китапты  баҫтырып сығарыу һәм  исем туйын үткәреү буйынса бөтә сығымды үҙ өҫтәренә ала.  

Дин юлында булған таҙа күңелле М. Ямалетдиновтың был изге китабын мин белгән бик күптәр ҡыуанып, ҡәҙерләп кенә йөрөтә. Өс тиҫтәгә яҡын китап авторы М. Ямалетдиновтың һуңғы романы  – "Ишмөхәмәт сәсән". Шуныһы үкенесле: һуңғы көндәренә тиклем яҙып, нөктәһен ҡуя, тик китабын ҡулына алырға өлгөрмәй...

Һуңғы көндәрендә лә, ауырып йөрөһә лә, үҙе етәкләгән "Ҡуңыр буға" берләшмәһе ағзаларының Булат Усманов тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығарып, осрашыуға барырға әҙерләнеп йөрөй, әммә ике көндән дауаханаға эләгә... Күпме пландары, эшләп өлгөрмәгән эше ҡалды...

 Шуныһы һөйөндөрә: үҙе ойошторған «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһына былтыр Мәүлит Ямалетдин исеме бирелде. Тимәк, уның эше дауам итә.

Әҙипте яҡындан белгән яҡташы, уҡытыусы Әнисә Аҫылғужинаның фекере менән ҡуш ҡуллап килешәм: " Мәүлит ағай үҙенең ғәжәйеп ижады менән башҡорт әҙәбиәтенә һәйкәл ҡуйып китте!
Ул бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды. Тыуған ауылы Аһылайындағы тауҙа үҫкән ғорур имәндәй ныҡ булды... "  Ни тиклем хаҡ һүҙҙәр!

Халҡы менән гел бергә булды, М. Ғафури әйткәнсә, халҡынан бер аҙым да айырылманы. Изгелек эшләне лә һыуға һалды...Халыҡ ғәме менән йәшәне. Бер генә миҫал килтерәм. 2020 йылдың авгусында Ҡуштауҙы яҡлап протестар башланыуҙың иртәгеһенә ук М. Ямалетдин "Ҡуштау зары" тигән шиғырын яҙып сығып, халыҡ менән берҙәм булыуын  күрһәтте. Халыҡ үҙ итмәгән "бөйөктәр" бар. "Даһилыҡ" тигән шиғырында:

Иғлан итеүсе күбәйҙе:

Мин – даһи ҙа , мин – даһи...

……………………………….

Даһилыҡ – күк ихтыяры,

Тәңренең хөкөм эше.... – тип яҙҙы.

Хаҡ һүҙҙәр!!! М. Ямалетдин даһилыҡҡа ынтылманы. Бар булмышы халҡына хеҙмәт итеү булды:

– Бик теләнем ҡурсаларға

Һеҙҙе ямандан.

Мәхрүм ҡалмаһын, тип, халҡым,

Телдән, имандан...

Рәхмәт ошо һүҙҙәрең өсөн, һәр саҡ беҙҙең менән, халҡың менән бергә булғаның өсөн, беҙҙең яратҡан яҙыусыбыҙ, шағирыбыҙ...
Һин халҡыңдың йөрәгендә мәңге халыҡ яҙыусыһы, халыҡ шағиры халыҡ йырсыһы, ҡурайсы булып ҡалдың һәм ҡаласаҡһың.
Тыныс йоҡла, әҙип!

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,

ветеран уҡытыусы.
Сибай ҡалаһы. 

 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас