Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 01:40

Өфөлә асарбаҡ бер ҡатынды һәм уның танышын үлтергән

Билдәле бер йәшәү урыны булмаған 57 йәшлек ир Өфөлә ике кешенең ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты.

Өфөлә асарбаҡ бер ҡатынды һәм уның танышын үлтергәнӨфөлә асарбаҡ бер ҡатынды һәм уның танышын үлтергән
Өфөлә асарбаҡ бер ҡатынды һәм уның танышын үлтергән

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 27 февралдә ике ирҙән һәм ике ҡатындан торған компания Софья Перовская урамындағы йорттоң фатирында спиртлы эсемлек эскән. Алкоголь бөткәс, ҡатындарҙың береһе йоҡларға ятҡан, ә ғәйепләнеүсе магазинға киткән. Иҫерткес эсемлектәр алып  ҡайтҡас, ир 60 йәшлек  фатир хужаһына 54 йәшлек танышын көнләшкән. Уларҙың күкрәгенә һәм башына бысаҡ менән сәнскән. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын яҡты донъя менән хушлаша. Шау-шыуҙан уянған икенсе ҡатын фатирҙан сығып, күршеләренән полиция саҡыртыуын һораған.

 

Ир ҡасмай тәртип һаҡсылар уны енәйәт урынында ҡулға ала. Быға тиклем ул үлтергән өсөн хөкөм ителгән булған.

 

Әлеге ваҡытта суд экспертизалары үткәрелә, енәйәт сәбәптәре асыҡлана. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас