Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 05:44

Дини лидерҙар менән осрашыу

РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты етәксеһе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм Башҡортостан һәм Өфө митрополиты Никон менән осрашты.

Дини лидерҙар менән осрашыуДини лидерҙар менән осрашыу
Дини лидерҙар менән осрашыу

Осрашыуҙарҙа конфессия-ара мөнәсәбәттәр тураһында һөйләштеләр. Чернышенко Рәсәй ислам университетының яңы корпустарын ҡараны. Ул былтыр сентябрҙә асылғайны. Уҡыу йортонда илебеҙҙең төрлө төбәгенән һәм БДБ дәүләттәренән 700-ҙән ашыу кеше белем ала.

Митрополит Никон менән осрашыуҙа республикалағы епархиялар хаҡында мәғлүмәт бирелде.

РФ Хөкүмәте вице-премьеры билдәләүенсә, Башҡортостанда төрлө дин вәкилдәре быуаттар буйына татыу йәшәй, етәкселек тә һәр мәсьәләгә иғтибарлы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Дини лидерҙар менән осрашыу
Дини лидерҙар менән осрашыу
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас