

Район башлығы Фәнис Әминев:
- Бишбүләк районында РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнап "Театр.Ижад.Талант" ауыл үҙешмәкәр театрҙар фестиваленең йомғаҡлау этабы үтте. Унда Тәтешле, Учалы, Бишбүләк, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы , шулай уҡ Пермь өлкәһе, Татарстан республикаһынан килгән халыҡ театрҙары менән бер рәттән, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауыл клубы янындағы "Һаҡмар" халыҡ театры сығыш яһаны.