

Дмитрий Чернышенко Башҡортостандың төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса позицияларының юғары кимәлдә тороуын билдәләне. Беҙҙең республика һөт етештереү буйынса беренсе урында. ауыл хужалығы етештереү индексы ла бик үҫкән.
– Вы стабильно входите в первую пятёрку лидеров национального рейтинга инвестиционной привлекательности. Это в том числе результат эффективной работы Инвестиционного комитета республики в формате «Инвестчасов», которые проводит лично Радий Фаритович. Безработица находится на историческом минимуме, в Башкортостане она ниже, чем в среднем по России – 2,8 процента, - тине вице-премьер.
Ҡаҙаныштар иҫәбендә шулай уҡ Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөй башлау ҙа бар.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендәге, хеҙмәт баҙары, халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенкоға һәм Рәсәй Хөкүмәтенә берлектәге тығыҙ эш һәм республика башланғыстарын хуплағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: БР Башлығы сайтынан.