

Осрашыу алдынан Андрей Назаров Төркиәлә ер тетрәүгә бәйле БР Башлығы Радий Хәбиров һәм шәхсән үҙенең исеменән дә ҡайғы уртаҡлашты. Ишеттегеҙ, унда беҙҙең ҡотҡарыусы ирекмәндәр ҙә эшләп ҡайтты.
Һөйләшеүҙең төп темаһына килгәндә, донъялағы геосәйәси хәл-торош ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан менән Төркиә байтаҡ проект буйынса берлектә эш алып бара. Мәҫәлән, «Genesis Agro Trade» гибрид орлоҡтар етештереүсе компания, ҡош итен эшкәртеү өсөн автоматлаштырылған ҡорамал сығарыусы «Leosal Makina» компанияһы менән берлектә эш күҙалла. Шулай уҡ "Kisan İnşaat" компанияһы менән быяла микросферы етештереү заводы төҙөү ниәте бар.
Беҙҙә төрөк капиталы менән 29 предприятие эшләй. Ике аралағы тауар әйләнеше күләме лә арта бара. Республика Төркиәнән аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү продукцияһы, фармацевтика изделиялары алырға теләй. Үҙебеҙҙән иһә химия, нефтехимия, металлургия, ауыл хужалығы тауарҙары һатырға әҙербеҙ.
Исмет Эрикан белдереүенсә, Төркиә хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы булған Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтле һәм ихтирам менән ҡарай. Ике төбәк мәҙәни бәйләнештәрҙе лә нығытасаҡ. Төркиә быйыл беҙҙә байтаҡ мәҙәни сара үткәрергә теләй. Был теләк-тәҡдимде Андрей Назаров та хупланы.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.