Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 04:23

Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр

Баш ҡалабыҙ Өфөлә был ялдарҙа ла ауыл хужалығы тауарҙары һатылған баҙар эшләйәсәк. Рәхим итегеҙ. Адрестары - түбәндә.

Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләрЙәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр
Йәрминкәләрҙә һеҙҙе көтәләр

Шәмбелә:

Дим биҫтәһендә - Хәҡиҡәт, Таллинн, Ухтомский урамдары киҫелешендә

Затонда - "Тулҡын" паркы янында

Черниковкала - С. Орджоникидзе майҙанында

Үҙәк Өфөлә - Йәштәр һәм Спорт һарайҙары алдында

Йәкшәмбелә:

Черниковкала - С. Орджоникидзе майҙанында

Үҙәк Өфөлә - Спорт һарайы алдында


Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙан төштән һуң сәғәт 4-кә тиклем эшләй, тип хәбәр итәләр Өфө мэрияһынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас