

Был лабораториялар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге составына инә. Улар биш ҡатлы бинала урынлашҡан һәм иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әйткәндәй, лабораториялар былтыр йыл аҙағында ғына эшләй башланы. Бында йылына 800-ҙән ашыу студент шөғөлләнә ала. 14 лабораторияла – разведка һәм быраулау, 12-һендә ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү һәм файҙаланыу буйынса уҡыу процесы ойошторолған. Тағы ла һигеҙ класта цифрлы моделләү һәм ике лабораторияла техносфера хәүефһеҙлеге буйынса уҡыйҙар.
Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров вуз уҡытыусылары, студенттар, шул иҫәптән сит илдән килеп белем алыусылар менән аралашты.
Фото: БР Башлығы сайтынан.