Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 04:02

Милли проект буйынса яңы мөһим объект сафҡа индерелде

Өфө районында һыу менән тәьмин итеү ҡоролмаһын төҙөү тамамланды. Эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса башҡарылды.

Милли проект буйынса яңы мөһим объект сафҡа индерелдеМилли проект буйынса яңы мөһим объект сафҡа индерелде
Милли проект буйынса яңы мөһим объект сафҡа индерелде
Милли проекттың «Таҙа һыу» федераль программаһына ярашлы, Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшыван, Горнов, Ҡыҙыл Яр, Карюгин һәм Тәжрибә хужалығы ауылдарында 2019 - 2022 йылдарҙа һыу менән тәьминитеү объекттары төҙөлдө. Һыу торбаларының дөйөм оҙонлоғо 46 км. Ете һыу алыу скважинаһы, ике резервуар, насос станцияһы, шулай уҡ һыу таҙартыу объекттары барлыҡҡа килгән. Был эштәргә федераль ҡаҙнанан 180 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү күләмен 2024 йылға 91,8 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылған. Әле күрһәткес - 88,9 процент.
 
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства РБ.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас