Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 14:01

"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында

РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының "Киләсәк моторҙары" алдынғы инженер мәктәбендә булды.

"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында
"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында

Был мәктәптең йүнәлеше - ғилми яҡтан ҡатмарлы продукция уйлап табыу һәм сығарыу. Йәш ғалимдар проектлай, әҙерләй, һынай. Уларҙың продукцияһы заманса электротехник комплекстарҙан ғибәрәт. Авиация һәм транспорт сәнәғәтендә ҡулланыла.

Вице-премьер менән республика етәксеһе студент конструктор бюроһы, электр машиналары бүлеге, төрлө лаборатория эшмәкәрлеге менән танышты.

Уларға микро- БПЛА (пилотһыҙ осҡостар), универсаль көс модуле прототиптарын күрһәттеләр. Моделдәр һынауҙы яҡшы үткән һәм сериялы сығарыуға әҙер. Университеттың тағы бер эшкәртмәһе - электр двигателле маломагистраль самолет.

«Киләсәк моторҙары» индустриаль партнерҙары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында
"Киләсәк моторҙары" - беҙҙең йәш ғалимдар ҡулында
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас