Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 06:00

Хәйбуллалар бассейн атамаһын һайланы

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, Аҡъяр ауылында тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк бассейндың нисек атарға тип иғлан ителгән конкурсҡа 500-ҙән ашыу тәҡдим ебәргәндәр."... Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың фантазияһы бик киң булып сыҡты, шулай ҙа күптәр һыуға бәйле вариант ебәргән. Баһалама комиссияһы 25 кеше тәҡдим иткән "Таналыҡ" тигәнде һайланы. Был атама ябай кеүек күренһә лә, ул был урындың тәғәйенләнешен асып һала һәм Хәйбулла районы менән дә бәйләнгән", - тигән ул.   

Хәйбуллалар бассейн атамаһын һайланыХәйбуллалар бассейн атамаһын һайланы
Хәйбуллалар бассейн атамаһын һайланы

"Таналыҡ" тип беренсе булып Ғәлим Ғөбәйҙуллин ебәргән.

Ә бына иң оригиналь атаманы - «Лагуна вайб» тип Виктория Хекало яҙған һәм аңлатҡан. 

Зилә Абзалова иһә иң әүҙем ҡатнашыусы булған. Ул 30-ҙан ашыу атама варианты ебәргән.

Еңеүселәр спорт ҡоролмаһы асылған көндө тәбрикләнәсәк. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм бушлай йөрөү өсөн абонементтар тапшырыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас