Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 04:39

Өфөнөң Пугачев урамында төҙөлөш эштәре дауам итә

“Көньяҡ ҡапҡа” проектының бер өлөшө булараҡ төҙөлә башлаған юл баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙер буласаҡ.

Өфөнөң Пугачев урамында төҙөлөш эштәре дауам итәӨфөнөң Пугачев урамында төҙөлөш эштәре дауам итә
Өфөнөң Пугачев урамында төҙөлөш эштәре дауам итә

Ошо көндәрҙә Пугачев һәм Рыленко урамдары киҫелешендә эш гөрләй. Күпер һалыусылар балка монтажлауға тотондо. Барыһы 80 балка буласаҡ.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, бында шулай уҡ ямғыр канализацияһын ҡуялар, “Өфөводоканал” селтәрен үҙгәртәләр, юл һалалар. Объектта 120-ләп кеше эшләй, 20-нән ашыу техника йәлеп ителгән.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас