

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәргә ярашлы, йәнлектәр өсөн шәхси приюттар хужаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге билдәләнгән.
- Шәхси эт приюттары системаһы ҡала-ауыл урамдарында кешеләрҙең именлегенә хәүеф менән янаған эйәһеҙ хайуандар һанын кәметеү мөмкинлеге бирәсәгенә иҫәп тотола, - тине парламент етәксеһе.
Был законды әҙерләү берәҙәк эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары йышайыуы менән бәйле.