Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 08:05

Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге «Ярҙам лидерҙары. Экспортта ҡатын-ҡыҙҙар» күргәҙмәһендә «Экспортҡа йәлеп итеү динамикаһы» номинацияһында беренсе урын алды.

Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылдыЭшлекле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды
Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды

 Уны «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Федерация Советы ҡарамағындағы Евразия  ҡатын-ҡыҙҙар форумы ойошторҙо. Конкурста Рәсәйҙең 82 төбәгенән экспортҡа ярҙам үҙәктәре ҡатнашты.

– Беҙҙең иҡтисадҡа яңы импульс, идеялар, проекттар кәрәк, һәм беҙ уй-фекерҙәр, инициативалар менән уртаҡлашыу һәм иң тәүҙә һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәклеген белеү өсөн эшлекле, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың киң даирәһен йыйырға булдыҡ, – тип белдерҙе сарала Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге хәл менән таныштырҙы.

- Республикабыҙҙың экспорт ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға беҙ беренсе йыл ғына етди иғтибар бирмәйбеҙ, һәм Рәсәй экспорт үҙәге был йәһәттән беҙгә ныҡ ярҙам итә. Шуныһы мөһим, был конкурс тап ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына, ҡатын-ҡыҙҙар экспортына иғтибарҙы йәлеп итә, беҙ уны төбәктә әүҙем хуплайбыҙ. Сөнки йыш ҡына эшҡыуарҙарға сит ил баҙарын яулар өсөн әхлаҡи ярҙам ғына етмәй. Ә Республика экспортына булышлыҡ итеү үҙәге ысынлап та эшләп килгән федераль һәм төбәк дәүләт ярҙамы инструменттарын тәҡдим итә лә инде, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Башлығы Радий Хәбиров.

– Рәсәй экспорт үҙәге һәм Федерация Советы тәҡдиме менән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар менән әүҙемерәк эшләй башланыҡ. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың 337 эшҡыуары Экспортҡа булышлыҡ итеү төбәк үҙәге хеҙмәттәре менән файҙаланған, был 2021 йылға ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.

«Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина шулай уҡ төбәктең экспортер эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә индергән өлөшөн билдәләне.

 – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм уның идара итеү командаһы төбәктең экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. «Рәсәй экспорт үҙәге»нең күп кенә проекттарында Башҡортостан пилот булып тора һәм беҙҙең башланғыстарҙы хуплай, - тине Вероника Никишина.

 Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы Экспортҡа ярҙам үҙәге «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә былтыр тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендә 39 вебинар үткәрҙе, унда эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас