

Диджей һәм алып барыусы Боджей Давид 15 февралдә гипергликемик комаға китә. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Ир әле аңына килгән һәм табиптар күҙәтеүендә ҡала. Тулы дауалау комплексын күрһәтеү өсөн ул 21-се дауаханаға күсерелгән.
«Хәл тотороҡланды. 21-се ҡала клиник дауаханаһының эндокринологияла дауалауҙы дауам итеү өсөн күсерҙек», - тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Билдәле булыуынса, Боджей Давид ауыр хәлдә 22-се дауаханаға оҙатылған була. Уны яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Табиптар тикшереүҙән һуң ашҡаҙанында ҡан булыуын, шулай уҡ эске ағзаларға зыян килеүен асыҡлай. Шоуменға ҡиммәтле дауалау кәрәк, тине уның яҡындары. Шулай уҡ ул оҙайлы реабилитация үтергә тейеш.
Фото: Т. Аманов