Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 07:50

Бөгөн Радий Хәбиров менән Дмитрий Чернышенко футбол манежы асыуҙа ҡатнашты

Төбәк етәксеһе соцселтәрҙәрҙә уртаҡлашыуынса, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарының эш сәфәренә тығыҙ программа һалынған."... Әле беҙ Черниковкала, "Нефтсе" футбол стадионы янында футбол манежын асыуҙа ҡатнаштыҡ. Ул "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты буйынса төҙөлдө. Майҙаны 6,5 мең кв.метр тәшкил иткән ҡоролмала беҙҙең һөнәри спортсылар шөғөлләнәсәк, балаларҙы ла онотмаясаҡбыҙ.

Бөгөн Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенконы ҡунаҡ итеп йөрөйБөгөн Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенконы ҡунаҡ итеп йөрөй
Бөгөн Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенконы ҡунаҡ итеп йөрөй

Бер сәғәт элек кенә манеж майҙансығында "Мин - герой" фиджитал-футболына старт бирелде. Был - мәғариф, спорт һәм цифрлаштырыу өлкәләрендә көс һынашыу төрө.

Манежды асҡанда республиканан йыйылған 669 футболсы бинала туп ҡағыу буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. 

Бөгөн Дмитрий Николаевичҡа беҙҙең туризм, фән, цирфлаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы күрһәтәсәкбеҙ.

РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарының Башҡортостанға килеүе бик мөһим булып тора. Федераль үҙәктең беҙҙең төбәккә иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ."

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас