

Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән ике водитель, "Ларгус"тың өс пассажиры дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Кисә көндөҙ Свердловск өлкәһендә йәшәгән 53 йәшлек ир Яңы Балаҡатай-Билән-Перевоз юлының 16-сы саҡрымында көслө ел арҡаһында идара итеүҙе юғалтып, ҡаршыға килгән "Лада Нива" менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Нива"ның 32 йәшлек водителе һәм уның ике пассажиры, 49 һәм 58 йәшлек ирҙәр, йәрәхәтләнгән. "Газель" водителе машинала ике ат тейәп алып китеп барған, улар имен-аман.
Фото: БР ЮХХДИ.