Һалдаттар
Уның хаҡта күпме китаптар бар
Сикһеҙ уға халыҡ хөрмәте
Әммә ауыр, бигерәк тә ауыр
Яуҙа үткән һалдат хеҙмәте!
Йөрөй һалдат, йәшәй яу ҡырында
Ҡара ергә түгеп саф ҡанын
Белмәй бит ул иртән таң атҡанда
Күрерме ул ҡояш батҡанын!
Ул кемдеңдер ире, кемгәлер – ул
Әсәкәйең көн – төн һыҡтайҙыр
Юҡ шул бөгөн, кисә кем менән ул
Бергә бүлгән һуңғы сухпайҙы!
Тере ҡайт, ти тыуған Ирәндегең
Урман – ҡырҙар шуны һорайҙар!
Тереләргә яҙһын наградалар
Һоҡландырһын тере геройҙар!
Яраланып, яугир ауа икән –
Иптәштәре бәйләй яраһын
Секундтарҙа иҫәпләнә ғүмер
Күҙ менән ҡаш йәшәү араһы!
Яуҙаш дуҫтар – иң – иң яҡын дуҫтар :
Бергә текләп үлем күҙенә
Кәүҙәһе менән һине ҡаплағандар
Дошман утын алып үҙенә!
Һалдат ҡурҡмай алға бара тиҙәр
Дөрөҫлөк юҡ ошо һүҙендә
Ул да ҡурҡа – әммә был тойғоно
Баҫа белә яугир үҙендә!
Һалдаттарға тере ҡайтыу яҙһын
Сөнки кәрәкһегеҙ илгә һеҙ!
Килмәһен ул яҙыу – хәбәрһеҙ, тип
Яҙылмаһын, тиеп билдәһеҙ!
Яраң бәйләп, бергә һүҙ ҡуйышып
Осрашырға бөткәс һуғыштар
Эй хоҙайым, ҡасан бөтәр иңрәү
Ҡасан туҡтар һыҡтау – һағыштар!
Сынтимер Юлыев