

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өйҙән-өйгә йөрөп, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы һатмай, йәғни ундай түләүле хеҙмәттәр күрһәтмәй.
Уҙған тәүлектә 9 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 7-һе торлаҡ секторында булған, 20 кеше эвакуацияланған. Шул иҫәптән, Өфөлә төрлө адрестар буйынса - мунса, автомобиль, тимер-бетон бина эсендә мөлкәт, электр сымы изоляцияһы, Стәрлетамаҡта - ике ҡатлы йорт, Нефтекамала, Бәләбәй районында - йорт мөлкәте, Салауатта - баҡса йорто, Белорет районында мунса янған.
Төнгөлөккә бөтә электр приборҙарын һүндереп ятырға онотмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.